9 декабрь, Йома

17 сентябрь 2014 йыл, 16:49

«Виртуаль Башҡортостан» конкурсы заявкалар ҡабул итеүен дауам итә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала «Виртуаль Башҡортостан» конкурсына заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Конкурста ҡатнашыусылар – республика һәм муниципаль мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының интернет сайттары.

Конкурстың маҡсаты – Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә тәьҫир иткән иң яҡшы интернет-ресурстарҙы асыҡлау, популярлаштырыу һәм уларға ярҙам итеү.

Конкурста коллектив йәки шәхси интернет-ресурсҡа эйә булған учреждениелар ҡатнаша ала. Сифат критерийҙары – үҙенсәлеклек, идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм асыу тулылығы, контенттың актуаллеге һәм үҙенсәлеклеге, эҙләү системаларында сайттың күренеүсәнлеге, ҡыҙыҡлы дизайн.

Конкурс еңеүселәрен иғлан итеү һәм бүләкләү тантанаһы Мәҙәниәт йылын тантаналы ябыу сиктәрендә уҙасаҡ.

Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» мәғлүмәт-аналитика интернет-порталы.

Ҡатнашыуға заявканы  rcnt-red@mail.ru тигән электрон адресҡа 2014 йылдың 1 ноябренә тиклем ебәрергә һәм һайлап алыу турында үҙеңдең ҡатнашыуың тураһында (347) 289-66-47 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.