8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2014 йыл, 16:05

Республика тулыһынса йылытыу миҙгеленә әҙер

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһында бөтә коммуналь инфраструктура объекттарының ҡышҡа әҙерлеге 100 процентҡа баһалана. 1540 ҡаҙанлыҡ, дүрт мең километрҙан ашыу йылылыҡ селтәре, 132 үҙәк йылылыҡ пункты, 14 мең километрҙан ашыу һыу үткәргес селтәре әҙерләнгән. Ҡышты тулыһынса әҙерлек менән 1496 берәмек ҡарҙан таҙартыу техникаһы ла көтә. Коммуналь хужалыҡ объекттары резервтағы электр менән тәьмин итеү сығанаҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Республиканың бөтә муниципаль берәмектәре лә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек паспорттарын тапшырырға тейеш.

Бының тураһында һүҙ 2014-2015 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона Волга буйы федераль округы төбәктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын әҙерләү буйынса кәңәшмәлә барҙы. Видеоконференция режимында һөйләшеүҙе Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова алып барҙы.

Төбәктең башҡарма власть органдары мәғлүмәттәре буйынса, 1 сентябргә ҡарата округтың бөтә төбәктәрендә лә алдағы йылытыу осорона әҙерлек тамамланыу өҫтөндә, план-графиктар әҙерләнгән, эшмәкәрлекте төбәк ведомство-ара комиссиялар һәм эшсе төркөмдәр ғәмәлгә индерә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡы шарттарға әҙерләү өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттарының тупланған бюджеттарында 25,9 миллиард һум ҡаралған. 1 сентябргә ҡарата уларҙың 74,3 проценты бүленгән һәм үҙләштерелгән.

Алһыу Ғәйнетдинова хәбәр итеүенсә, йылытыу миҙгеленә төбәктә 94,2 процент торлаҡ фонды, 94 процент йылытыу һәм йылытыу-етештереү ҡаҙанлығы, 93 проценттан ашыу үҙәк йылытыу пункты һәм йылылыҡ селтәре, 94 процент һыу үткәргес һәм 95 проценттан ашыу электр селтәрҙәре әҙерләнгән. Йылы менән тәьмин итеү өлкәһе предприятиеларында һәм ойошмаларында авария хәленә яғыулыҡ запасы әҙерләнгән.