Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – Путиндың «майҙағы указдарын» тормошҡа ашырыу буйынса лидер – «Медиалогия» рейтингы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Башҡортостан дәүләт идаралығы өлкәһендә Рәсәй Президентының «майҙағы указдарын» тормошҡа ашырыу буйынса, «Медиалогия» компанияһы әҙерләгән рейтингта, төбәктәр араһында беренсе урынды биләй.

Республикала «майҙағы указдарҙы» тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш эшләнгән, «юл карталары» раҫланған, һәр маҡсатлы күрһәткескә яуаплы власть органы ҡуйылған, тип билдәләнгән рейтингҡа яҙылған комментарийҙа. Бынан тыш, төбәктә «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһын үҫтереү» тигән комплекслы план әҙерләнеп бөтөп килә.

Рейтингтың икенсе урынында – Липецк, өсөнсөһөндә – Түбәнге Новгород өлкәләре.

Рейтинг, «Медиалогия» компанияһы тарафынан әҙерләнгән, медиаиндекс буйынса төҙөлгән. Тикшереү осоро – 2014 йылдың авгусы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть