Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсына 25 сентябрҙә йомғаҡ яһаясаҡтар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/.

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» республика профессиональ оҫталыҡ конкурсының финалы 25 сентябрҙә уҙасаҡ.

Конкурстың төп маҡсаты – эшсе профессияларҙың абруйын пропагандалау һәм күтәреү, Башҡортостан территорияһында ҡатнашыусыларҙың алдынғы тәжрибәләрен таратыу, эшсе һөнәрҙәр буйынса уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу өсөн йәштәрҙе йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеү.

Конкурс торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәренең профессиональ белемен һәм оҫталығын камиллаштырыуға, эшселәрҙең хеҙмәтенә һәм эшсе һөнәрҙәргә уҡытыуға ҡарата йәмғиәттең ыңғай фекерен булдырыуға йүнәлтелгән. Профессиональ ярышты БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәнең профессиональ союзы» йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә уҙғара. Конкурстың финал этаптарын үткәреү урындарының исемлеге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында яҙылған.

Еңеүселәрҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында (Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28) бүләкләйәсәктәр. Ярыштар иртәнге сәғәт 10-да башлана, киске сәғәт 5-тә – йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть