11 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2014 йыл, 11:48

Милли симфоник оркестр 23-сө ижад миҙгелен аса

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.  Кесе йома, 18 сентябрҙә, республиканың алдынғы ижади коллективтарының береһе – Милли симфоник оркестры рәсми рәүештә 23-сө ижад миҙгелен аса.

Программа Вена классиктарының музыкаль шедеврҙарынан тора – «Фигароның туйы» һәм «Титтың рәхимлеге» операларына увертюралар, шулай уҡ Моцарттың билдәле 40-сы һәм Бетховендың «Пастораль» симфониялары. Дирижёр — Рөстәм Сөләймәнов. Миҙгелде асыу Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында (Пушкин урамы, 103а) киске сәғәт 7-лә башлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә БР Милли симфоник оркестры бер нисә тапҡыр Өфө тамашасыларын башҡорт композиторҙарының юбилейҙарына арналған концерты һәм Салауат Юлаев майҙанында Классик музыка марафонында ҡатнашып ҡыуандырҙы.

Оркестр директоры Алексей Воронин һөйләүенсә, алдағы миҙгел ғәҙәттәгесә ваҡиғаларға бай булырға вәғәҙәләй. Миҙгелдең төп ваҡиғаһы – оркестр коллективы үҙ йортон туйлаясаҡ – ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залына (элекке «Нефтсе мәҙәниәт йорто») эйә буласаҡ, унда күсеү октябрҙең аҙағына – ноябрҙең башына планлаштырылған.

Октябрҙә БР Милли симфоник оркестры опера сәхнәһе йондоҙо Дмитрий Хворостовскийға ҡушылып уйнаясаҡ. БР Халыҡ артисы, Башҡортостандың дәүләт гимны авторы Фәрит Иҙрисовтың 60 йәшенә «Совет киноһы музыкаһы» программаһы арнала. Оркестр, ноябрҙә уҙасаҡ, Волга буйы, Урал һәм Коми Республикаһы композиторҙарының «Волга һәм Урал араһында – 2014» бөтә Рәсәй музыка фестивалендә төп башҡарыусыларҙың береһе буласаҡ.

Миҙгел дауамында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, саксафонда уйнаусы Олег Кирәев (Мәскәү), популяр Италия йырсыһы Алессандро Сафина, скрипкасы Лев Клычков (Санкт-Петербург), фортепианола уйнаусылар Майкл Булычев-Оксер (АҠШ) һәм Фернандо Калисто (Бразилия) оркестр менән соло башҡарырға планлаштыра. Америка музыкаһының алтын хиттарын Новосибирскиҙан Павел Шаромовтоң вокалсылар квинтеты тәҡдим итәсәк.

Өфөлә Башҡорт операһында баш дирижер булып эшләп киткән, Роберт Лютер бер программа менән дирижерлыҡ итәсәк. Һәм, әлбиттә, оркестрҙың үҙенең артистары – скрипкасылар Алексей Воронин һәм Илшат Мөслимов, альтсы Айгөл Моратова, флейтасы Владимир Семин, виолончелсе Аяз Нухов үҙҙәренең соло программаларын әҙерләй.