8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2014 йыл, 9:59

Башҡортостан парламентының пленар ултырышы 27 сентябрҙә уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхиҡолова/. Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 27 сентябрҙә үтәсәк. Бының туралағы ҡарар шишәмбе, 16 сентябрҙә, парламент каникулдарынан һуң республика Дәүләт Йыйылышы Президиумының ултырышында ҡабул ителде. Алдағы пленар ултырыштың көн тәртибендә – 30-лаған һорау.

Республиканың ете закон проектына закон статусын биреү көтөлә. Бына шулай, «2014 йылға һәм 2015 һәм 2016 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды бюджеты тураһында»ғы БР Законына тәүге һәм һуңғы уҡыуҙа үҙгәрештәр ҡарау тәҡдим ителгән. Төҙәтмәләр ағымдағы йылда медицина ярҙамының өҫтәмә төрҙәрен һәм уларҙы күрһәтеү шарттарын финанслауға республика бюджетынан Фондҡа бюджет-ара трансферттарҙың 120 миллион һумға тиклем артыуы менән бәйле.

Шулай уҡ һуңғы уҡыуҙа ҡарауға «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тураһында»ғы закон проекты тәҡдим ителгән. Закон проекты дәүләт кимәлендә ерҙәрҙең уңдырышлылығын көйләргә мөмкинселек бирәсәк. Унда тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлауға, яңынан тергеҙеүгә һәм рациональ файҙаланыуға йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған. Ауыл хужалығы биләмәләре милекселәре ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү буйынса техник карта алып барырға тейеш буласаҡ. Унда уҙғарылған бөтә саралар, техникалар исемлеге, эштәрҙең сроктары, иҡтисади күрһәткестәр тураһында мәғлүмәт һаҡланасаҡ. Һәр баҫыу өсөн агрохимик хеҙмәт биргән паспорт ҡаралған, унда тупраҡтың характеристикаһы һәм торошо яҙылған.

Депутаттар республиканың Экология кодексы өҫтөндә эште дауам итергә ниәтләнә. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр автотранспорт сараларын мотор яғыулығы сифатында газды файҙаланыуға күсереү өсөн шарттар булдырыу менән бәйле.

Беренсе уҡыуҙа парламентарийҙар 10 закон проектын ҡараясаҡ. «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙҙалаған республиканың закон проекты медицина ойошмаһында ата-әсәнең бала менән бергә булыу, йөклөлөктө туҡтатыуҙа медицина һәм социаль күрһәтмәләрҙе билдәләү тәртибе, бәлиғ булмағандарҙың белем биреү ойошмаларында уҡыу осоронда медицина тикшереүен үтеү мәсьәләрен көйләй.

«Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында»ғы республика законында үҙгәреш театрҙарға һәм театр эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләрен яйлай. Ул театрҙарға мәғлүмәт ярҙамын күрһәтеү, матди-техник тәьминәттә булышлыҡ итеү. Театр эшмәкәрлеге өлкәһендә гранттар тураһында яңы норма индерелә.

Шулай уҡ төҙәтмәләр «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында», «Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техник характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында урындағы референдум тураһында»ғы закондарға тәҡдим ителгән.

Ултырышта депутаттарға республиканың айырым суд участкаларына мировой судьялар вазифаһына кандидаттарҙы раҫлау тора.