Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов 81,71 процент тауыш һөҙөмтәһе менән Башҡортостан Президентын һайлауҙа еңде – Үҙәк һайлау комиссияһы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

  Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Рөстәм Хәмитов һайланды. Ул республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе» һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелгән. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа тауыш биреүгә йомғаҡ яһаны.

Тауыш биреү тамамланған мәлгә һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һаны 3 миллион 27 мең 300 кеше тәшкил итә. Һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны – 2267077.

Башҡортостан һайлаусылары иң күп тауышты Рөстәм Хәмитовҡа биргән – 1 миллион 851 мең 625 (81,71 процент).

Илдар Бикбаев өсөн республикала 59475 (2,62 процент), Юнир Ҡотлоғужинға – 229452 (10,13 процент), Иван Сухаревҡа – 109040 (4,81 процент) кеше тауыш биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть