Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда һалым керемдәре 2013 йылдың ғинуар-авгусы менән сағыштырмаса 10,6 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

2014 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 163,8 миллиард һум, һалым органдары етәкселек иткән, һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр ингән. Был хаҡта Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хәбәр итә. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса 10,6 процентға (15,7 миллиард һумға) күберәк.

Федераль бюджетҡа 72,1 миллиард һум (дөйөм керем күләменең 44 проценты), территориаль бюджетҡа – 92 миллиард (56 процент) күсерелгән. Республиканың берләштерелгән бюджетына 70,3 миллиард һум, шул иҫәптән урындағы бюджеттарға – 13,8 миллиард (19,6 процент) ингән.

Керемдең төп күләме ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуға (44,4 миллиард һум), акциздарға (38,2 миллиард), физик шәхестәр табышына һалымға (26,7 миллиард), килемгә һалымға (25,3 миллиард), өҫтәлгән хаҡҡа һалымға (14 миллиард), милек һалымдарына (9,6 миллиард) тура килә.

Һалымдар һәм йыйымдар, шулай уҡ пенялар һәм һалым санкциялары буйынса дөйөм бурыс 1 сентябргә 15,8 миллиард һум тәшкил итә. Йыл башы менән сағыштырғанда ул 2,8 процентҡа (447 миллион һум) кәмегән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть