4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2014 йыл, 16:36

Октябрьский ҡалаһы «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафонын ҡабул итергә әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 сентябрҙә «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны штандарты Туймазы районынан Октябрьский ҡалаһына тапшырыласаҡ.

Октябрьский хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең методик үҙәге мөдире Татьяна Юфина һөйләүенсә, марафон ҡалала бер көн генә буласаҡ. Хәҙер байрамға әҙерлек эштәре бара.

Иң мөһим ваҡиға – «Октябрьский — дуҫлыҡ һәм таланттар ҡалаһы» фестивале Октябрьский музыка колледжында үтәсәк. Колледж янында байрам тирмәһе ҡороласаҡ, ҡунаҡтарҙы йола буйынса милли аш-һыу – сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршылаясаҡтар.

Фестивалде Мәҙәниәт йылы символын тапшырыу тантанаһы асасаҡ. Концерт программаһында бөтә алдынғы артистар һәм художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары ҡатнашасаҡ. Белем биреү учреждениеһы фойеһында «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары һәм милли-йәмәғәт берләшмәләре күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Марафон көндөҙгө сәғәт икелә башлана.

Киләһе көндө, 20 сентябрҙә, эстафета Бәләбәй районына тапшырыласаҡ. Унда марафон саралары ХХIV Халыҡ-ара Аксаков байрамы менән тура киләсәк.