11 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2014 йыл, 16:00

Төркиә эшҡыуарҙары Башҡортостандан хеҙмәттәштәре менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22-23 сентябрҙә Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Төркиәнең Эшҡыуарҙар һәм сәнәғәтселәр конфедерацияһы (TUSKON) вәкилдәре киләсәк. Бының тураһында «Башинформ» агентлығына «Рәсәй таянысы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

Төҙөлөш, төҙөлөш материалдары, күсемһеҙ милек, ауыл хужалығы һәм еңел сәнәғәт кеүек тармаҡтарҙа эшләүсе Төркиә эшҡыуарҙары республиканың бизнес-йәмғиәте вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡ һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Сара программаһы тарафынан «Инмаш» техник паркка (Стәрлетамаҡ), «Хладокомбинат» күмәртә-ваҡлап һатыу кампанияһына (Салауат),  Затон баҙарының сауҙа базаһына (Өфө), шулай уҡ «Уралстройиндустрия» күргәҙмәһенә барыу ҡаралған.

Төркиәнең Эшҡыуарҙар һәм сәнәғәтселәр конфедерацияһы (TUSKON) 2005 йылда Истамбулда булдырылған. Уның составына 202 бизнес-ассоциация, 52 мең бизнесмен инә. «TUSKON»-дың төп бурыстарының береһе – донъяның эшлекле йәмғиәтенә интеграциялау барышында Төркиә бизнесмендарына булышлыҡ итеү.