9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2014 йыл, 15:26

Республиканың өс районында иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.  Республиканың Ғафури, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәре тулыһынса тамамланған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ғафури районы хужалыҡтары 27,2 мең тонна, Ейәнсура – 17,4 мең тонна, Йылайыр 5,2 мең тонна иген йыйған.

Дөйөм алғанда төбәк буйынса иген 1,61 миллион гектарҙа (пландың 91 проценты) урылған, 1,59 миллион гектарҙа (89 процент) һуғылған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 14,9 центнер тәшкил итә. Иң ҙур уңдырышлылыҡты Саҡмағош (гектарынан 30,6 центнер), Мәләүез (гектарынан 25,5 центнер), Стәрлетамаҡ (гектарынан 23,6 центнер) һәм Илеш (гектарынан 22,8 центнер) райондары ауыл хужалығы предприятиелары күрһәтә.

Бөгөнгә Башҡортостанда 2,37 миллион тонна иген һуғып алынған. 100 мең тоннанан ашыу Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез һәм Илеш райондарында һуғылған.