8 декабрь, Кесе йома

16 сентябрь 2014 йыл, 11:55

Рөстәм Хәмитов ашығыс ярҙам акцияһы тураһында: «Һис бер аслыҡһыҙ позитивҡа йүнәлеш алғанбыҙ»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов үткән көндө журналистар өсөн ойошторолған брифингта Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы эргәһендә барған хәлгә үҙ ҡарашын белдерҙе.

— Ай ярым элек ризаһыҙлыҡ белдереүҙәрҙең тәүге тулҡыны булды. Яуап ҡайтарҙыҡ, эш хаҡын күтәрҙек, ашығыс ярҙам станцияһында булған менеджмент, идаралыҡ менән эште асыҡланыҡ, — тип һөйләне республика етәксеһе. — Бынан тыш, Өфө ҡалаһы ашығыс ярҙам станцияһын ҡала идаралығынан республиканыҡына күсереүҙе ҡарарға ҡуштым. Был бөтә проекттар ҙа миңә күрһәтеләсәк.

Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәренең аслыҡ иғлан итеүҙәре «ул билдәле кимәлдә беҙ алып барған эшкә тап килмәгән яуап».

— Бының артында сәйәсәт, политиканлыҡ тормауын асыҡларға кәрәк әле. Һис бер аслыҡһыҙ позитивҡа йүнәлеш алғанбыҙ. Беҙ был коллективта яҡшы эш мөхите булдырырға тейеш. Аслыҡ иғлан итеү – ул үҙ ризаһыҙлыҡ белдереүҙең насар алымы, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Хатта бындай эш режимында ашығыс ярҙам станцияһына иғтибарҙы йәлеп итһәләр ҙә, бынан һуң коллективта бик күп кенә үҙгәрештәр булды. Артабан да шулай уҡ булырына ышанам. Әммә аслыҡ – ул сара түгел. Ул янауға, ҡурҡытыуға оҡшаған. Был дөрөҫ түгел.

темалар: бр президенты