4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2014 йыл, 10:57

Владимир Спиваковҡа «БР Халыҡ артисы» исеме бирелде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Данлыҡлы Рәсәй музыканты Владимир Спиваковҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Тейешле указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты, Милли филармония оркестры һәм «Мәскәү виртуоздары» дәүләт оркестры художество етәксеһе – баш дирижеры был наградаға, документта әйтелгәнсә, «күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» лайыҡ булды.

темалар: наградалар