Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев 2014 йылда Республика көнөн әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын етәкләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов 2014 йылда Республика көнөн әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев тәғәйенләнде. Комитет составына юғары звеноның 30 етәксеһе инә.

Ойоштороу комитетына алдағы саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған. Район һәм ҡала хакимиәттәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символикаларын файҙаланып учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм йорттарҙы байрамса биҙәү; күмәк кеше ҡатнашлығында мәҙәни һәм спорт сараларын ойоштороу; ауыл биләмәләрендә йәрминкәләр үткәреү һәм сауҙа ойоштороу эше йөкмәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть