4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2014 йыл, 9:42

Республика етәксеһе: «Губернаторҙарға ярҙам итеү тренды бик юғары»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов берҙәм тауыш биреү көнөндә РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләрен һайлауҙарҙа еңеү яулаған губернаторҙарҙы ҡотланы. Республика етәксеһе аңлатыуынса, «улар, беҙ яҡшы кешесә мөнәсәбәттәрҙә аралашҡан, 3-5 кеше».

Кешеләрҙең һайлауҙарға әүҙем йөрөүен һәм төбәктәрҙең эшләп килгән етәкселәренең еңеүен баһалап, Рөстәм Хәмитов мөһим роль уйнаған бер нисә факторҙы билдәләп үтте.

— Дөйөм алғанда илдә хәл тотороҡло, Рәсәй Федерацияһы Президентының хуплауы, кешеләрҙең стабиль үҫешкә эйә булыу теләге бар, йәмғиәттең консолидацияһы ла һәм төбәктәр башлыҡтарына уңышлы кандидаттар ҙа. Бөтә губернаторҙарҙы ла яҡшы беләм, улар барыһы ла эшләй, бер кем дә ҡул ҡаушарып ултырмай һәм был өлөштә 90-сы йылдарҙың урталарында булған губернаторҙар корпусын бөгөнгөләре менән сағыштырырға ярамай. Бынан ошондай юғары һөҙөмтә килә лә инде. Федерация субъекттарына бер төркөм губернаторҙар, етәкселәр 85-90-шар процент тауыш йыясағын бер кем дә, бер ҡасан да көтмәне. Минең ҡарашҡа, был ниндәйҙер яңы һәм бер үк ваҡытта аңлатырлыҡ нәмә, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов бөгөн илдәге юғары илһөйәрлек кәйефте билдәләне, кешеләр берләште, аңлы власть, аңлы эш – ул бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ икәнгә төшөндө.

— Һайлауҙарға әҙерлек ваҡытында беҙгә эшен ышанып тапшырған, Рәсәй Президентының рейтингы шулай уҡ мөһим роль уйнаны. Бында  беҙ ил Президенты командаһында эшләүсе кешеләр кеүек сығабыҙ. Былар барыһы ла ҙур һәм әһәмиәтле һандар булараҡ һөҙөмтә бирҙе, — тип иҫәпләй республика етәксеһе.

темалар: һайлауҙар