11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2014 йыл, 17:33

Булат Йомаҙилов республика Дәүләт Йыйылышына депутат һайлауҙа еңеп сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Берҙәм тауыш биреү көндө 14 сентябрҙә 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙар үтте. Бында вакантлы урынға биш кандидат теркәлгәйне.

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән Булат Йомаҙилов еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Уның өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡан – 32599 һайлаусының 69,98 проценты тауыш биргән.

«Ғәҙел Рәсәй» төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән, Зәнфир Ғәбиҙуллин һайлаусыларҙың 2,63 процент тауышын йыйған. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән Рим Каланов – «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы 11,60 процент; «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» тарафынан тәҡдим ителгән Винер Шәмсетдинов – 11,04 процент; Рәсәй либерал-демократик партияһынан тәҡдим ителгән Ғамил Шәрипов 3,27 процент йыйған.

43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса закондар сығарыу йыйылышына өҫтәмә депутат һайлауҙа округтағы һайлаусыларҙың 85,85 проценты ҡатнашҡан.

темалар: һайлауҙар-2014