8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2014 йыл, 17:04

Мостай Кәримдең комедияһы Өфөнөң «Нур» татар театрында классик традицияларҙа ҡуйыласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Нур» татар театры 19 сентябрҙә 23-сө театр миҙгелен яңыраҡ ҡуйылған премьераһы – Ғәфүр Ҡәйүмовтың «Һинд ҡыҙы» пьесаһы буйынса спектакле менән аса. 20 сентябрҙә театр үҙенең тамашасыларын «Азамат» вокаль ансамбле һәм театр актерҙары ҡатнашлығында «Беҙҙең йәшлек йырҙары» театрлаштырылған тамаша менән ҡыуандырасаҡ.

Бер үк ваҡытта театрҙа Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» билдәле әҫәре буйынса яңы постановканың репетициялары бара. Спектаклдең премьераһы бер юлы ике юбилейға: Башҡортостандың халыҡ шағирының 95 йыллығына һәм «Нур» театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллинаның алтын юбилейына арналасаҡ.

Легендар комедияны театрҙың баш режиссеры Әбелхәйер Сәфиуллин, ҡуйыусы рәссам Азамат Ғиләзев, композитор Афарим Аҡсурин, хореограф Рәмизә Мөхәмәтшина ҡуя. Яңы спектаклдә Сәүиә Сираева, Рәсимә Ғәйфуллина, Резеда Фәхруллина, Марат Исхаҡов, Альберт Шәрәфетдинов кеүек танылған сәхнә оҫталары йәш артистар менән бергәләп эшләйәсәк. Постановка иң яҡшы классик традицияларҙа буласаҡ, тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегендә. Премьера 17 октябргә планлаштырылған.