5 декабрь, Дүшәмбе

15 сентябрь 2014 йыл, 16:32

Башҡортостанда синоптиктар көндәрҙең ныҡ һалҡынайыуын вәғәҙәләй, ҡар яуыуы ихтимал

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Әбейҙәр сыуағы» осоро аҙағына яҡынлашты, көҙ үҙ хоҡуҡтарына инә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ил территорияһына антарктик циклондар тәьҫир итә башлай.

Башҡортостанда ағымдағы аҙнала көндәрҙең ҡыҫҡа ваҡытлы һәм көслө һалҡынайыуы көтөлә. Һауа температураһы алдағы көндәргә климат нормаһынан биш-алты градусҡа түбәнерәк төшәсәк.

Һауа температураһының түбәнәйеүе 16 сентябрҙә башланасаҡ, көндөҙ 10-13, төндә алты градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ.

Шаршамбы, 17 сентябрҙә, синоптиктар төбәктә максималь түбән күрһәткестәрҙе күҙаллай, көндөҙгө һауа температураһы көндөҙ һигеҙ градустан артмаясаҡ, төндә – минус дүрт градусҡа тиклем төшәсәк. 16, 17, 18 сентябрҙә яуым-төшөм көтөлә, республика буйынса урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.

Эш аҙнаһы аҙағына температураның бер аҙ күтәрелеүе бар – 14 градусҡа тиклем. Дөйөм алғанда, үҙгәреүсән һауа торошо ял көндәренә тиклем һаҡланасаҡ – 16 градусҡа тиклем йылытасаҡ, 21 сентябрҙә шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуып уҙасаҡ.