10 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2014 йыл, 16:08

Өфөлә балаларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм пенсионерҙарға грипҡа ҡаршы прививка яһай башланылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөүсе балаларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм 60 йәштән өлкәнерәк кешеләргә грипҡа ҡаршы прививҡа яһай башланылар. 44 меңдән ашыу кешелек вакцинаның тәүге партияһы Өфө поликлиникаларына килде. Иммунизациялау илебеҙҙә сығарылған балалар өсөн «Гриппол плюс» һәм өлкәндәр өсөн «Гриппол» вакциналары менән уҙғарыла.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, мәғариф һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарға, эшләмәгән граждандарға (халыҡтың 20 проценты, йәғни 214 200 кеше), Милли профилактик прививкалар календары сиктәрендә, прививка бушлай яһаласаҡ. Халыҡтың ҡалған өлөшөнә предприятиеларҙың саралары һәм граждандарҙың үҙ аҡсалары иҫәбенә, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында социаль характерҙағы ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә прививка яһау күҙаллана.