5 декабрь, Дүшәмбе

15 сентябрь 2014 йыл, 15:26

2014 йылда Өфөлә 76 йорт янындағы территория төҙөкләндерелгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Өфөлә 2014 йылға планлаштырылған күп фатирлы йорттарҙа йорт янындағы территорияларҙы, юлдарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика адреслы программаһы аҙағына яҡынлаша, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

2014 йылда Өфөлә 76 йорт янындағы территория төҙөкләндерелгән.

Ихаталарҙа асфальт-бетон түшәлгән юлдарҙы йүнәткәндәр, ихата эсендәге юлдарҙы киңәйткәндәр, автомобилдәр өсөн яңы туҡталҡа урындары барлыҡҡа килгән, сәскә түтәлдәрен эшләү өсөн тупраҡ килтерелгән, эскәмйәләр ҡуйылған. Яҡын ваҡыт эсендә балалар өсөн яңы заманса спорт һәм уйын комплекстары эшләнәсәк.

Максим Рыльский урамы, 30 йорто эргәһендә спорт уйындары комплексы төҙөлөп бөтөп килә. Бында спорт һөйөүселәр өсөн хоккей майҙансығы, гандбол ҡапҡалары, баскетбол селтәрҙәре ҡуйылған.

Ихаталарҙы капиталь төҙөкләндереү буйынса программалар Өфөлә дүртенсе йыл бара. 2011-2012 йылдарҙа 973 объект ремонтланған, 115 ихата территорияһы 2013 йылда тәртипкә килтерелгән. 2015 йылда йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр Өфөлә дауам итәсәк.