9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2014 йыл, 14:56

Ҡытай бизнесмендары республика менән конструктив эш алып барырға ниәтләнә – БР Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Ҡытай бизнесмендары республика менән конструктив үҙ-ара эш алып барырға ниәтләнгән. Башҡортостандың Ҡытай инвесторҙары менән эш итеү перспективалары тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына интервьюла БР Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы етәксеһе Флүр Әсәҙуллин һөйләне.

— Әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса оператив эшсе төркөм булдырылған, был йүнәлештә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса «юл картаһы» әҙерләнгән, – тип билдәләне Флүр Әсәҙуллин. – Был провинциялар менән иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә өс проект эшләнеп килә. Уларҙың береһе – республикала «Чжон Гэ» Ҡытай-Рәсәй халыҡ-ара сауҙа үҙәге компанияһын булдырыу. Бынан тыш, метиздар етештереү буйынса «Юйди» Чунцин металдар эшкәртеү компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә октябргә Цзянси провинцияһында Рәсәй бизнесы көнөн уҙғарыу ҡаралған.

Интервьюны тулыһынса «Детально» бүлегендә уҡый алаһығыҙ.