Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов яҡынса һөҙөмтәләр буйынса президент һайлауҙарында 81,71 процент тауыш менән беренселектә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда төбәк башлығын һайлауҙа бюллетендәрҙе эшкәртеү дауам итә. Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса 81,71 процент тауыш менән Рөстәм Хәмитов лидерлыҡ итә, тип хәбәр итте БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. Юнир Ҡотлоғужин республика һайлаусыларының 10,13 процент, Иван Сухарев – 4,81 процент, Илдар Бикбаев 2,62 процент тауышын йыйған. Һайлаусыларҙы исемлеккә индереү мәғлүмәттәре буйынса һайлауҙарға халыҡтың 74,89 проценты тауыш бирергә барған.

Берҙәм тауыш биреү көндө 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. Уларҙың иң мөһиме – ваҡытынан алда республика Президентын һайлау. Шулай уҡ 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәлмә депутат һайлау, төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара органдарына өҫтәлмә һайлауҙар, шул иҫәптән Межгорьела ҡала Советына депутаттар һайлау уҙҙы.

54 депутат мандатына 163 кандидат дәғүә итте, шул иҫәптән бишәүһе – республика парламентына өҫтәлмә һайлауҙарҙа. Һайлауҙарҙа алты сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнашты.

Тауыш биреү тамамланыуға һайлаусыларҙың исемлегенә 3 027 300 кеше индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть