8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2014 йыл, 12:09

«БР Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәксеһе-2014» конкурсында Гран-прины Стәрлетамаҡ мөдире яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәксеһе-2014» республика конкурсында Гран-прины Стәрлетамаҡтан 21-се балалар баҡсаһы мөдире Марина Сәлимова яуланы.

БР Мәғарифты үҫтереү институтында уҙған, ярышта муниципаль (район, ҡала) этап еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашты. Беренсе тур сиктәрендә конкурста ҡатнашыусылар «Мин — яңы мәғлүмәт етәксеһе» үҙ презентацияларын күрһәтте, артабан улар үҙҙәренең идара итеү эшмәкәрлеге проекттарын яҡланы. Һуңғы өсөнсө турға 10 етәксе – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Хәйбулла райондары вәкилдәре сыҡты. Финалсылар мәктәпкәсә учреждение менән идара итеү технологияларын күрһәтеп оҫталыҡ класын бирҙе.

БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов рәйеслегендәге жюри конкурстың темаға ярашлы һәм уның төшөнсәһенең ҡулайлы булыуын; мәктәпкәсә белем биреү системаһы өсөн тәрәнлеген һәм идара итеү ҡиммәтен; белдеклелекте; үҙенсәлеклеген һәм ижади ҡарашын; аудитория менән эш итеүҙе; эшлекле сифаттарҙы һәм профессиональ мәҙәниәтте баһаланы.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Гран-прины яулаусынан тыш, еңеүселәр ҙә иғлан ителде. Беренсе урынды Салауаттан 47-се ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсаһы мөдире Ирина Климкова, икенсене Сибайҙан уның хеҙмәттәше, Баланы үҫтереү үҙәге – «Аленушка» балалар баҡсаһы етәксеһе Сажиҙә Хоҙайбирҙина, өсөнсөнө Краснокама районының Николо-Березовка ауылындағы «Ҡайынҡай» 1-се балалар баҡсаһы мөдире Альбина Мулюкова яуланы.

Шулай уҡ номинацияларҙа еңеүселәрҙең һәм лауреаттарҙың исемдәре аталды.

Конкурстың ойоштороусылары – БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы.