Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында яҙыусы Ринат Камалды тантаналы рәүештә ҡотлаясаҡтар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, прозаның ҙур оҫтаһы, ысын әҙәбиәтте ярытыусыларҙы үҙенең бай һәм ҡабатланмаҫ ижады менән күп йылдар дауамында ҡыуандырыусы Ринат Камалға 60 йәш тулды. Заманса тормоштоң көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреп, ул милли әҙәбиәт үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә.

Ринат Камал – Башҡортостан территорияһында ҡатмарлы һәм ауыр ваҡиғалар, халыҡ тормошо тураһында һөйләп биреүсе бихисап повестар һәм 12 роман авторы. Уның китаптарының геройҙары тормош ауырлыҡтарын ҡыйыу йырып сыға, теләһә ниндәй хәлдә лә үҙҙәренең әхләҡи нигеҙҙәренә тоғро ҡалып, кеше булып ҡалалар.

1993 йылда яҙыусыға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2010 йылда «Әлфирә» романы өсөн Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына лайыҡ була. Ул Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты.

Ринат Камалдың юбилейы менән бәйле кесе йома, 18 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уның ижад кисәһе уҙасаҡ. Юбилярҙы хеҙмәттәштәре – яҙыусылар, республиканың сәнғәт оҫталары, яҡташтары, дуҫтары, әҙәбиәтте яратыусылар ҡотлаясаҡ. Кисә киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть