3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2014 йыл, 9:59

55-се параллель һәм 55-се меридиан киҫешкән урында ШОС һәм БРИКС илдәренең баш ҡалаларына күрһәткес ҡуйылды

видео: Ренат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостандың Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылы эргәһендәге баҫыуҙа 55 градус төньяҡ киңлек һәм 55 градус көнсығыш оҙонлоҡ киҫешкән урында географик билдә ҡуйылды. Билдәнең оҙонлоғо 4 метр. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәренең һәм БРИКС илдәре – Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка республикаһы баш ҡалаларының күрһәткестәре ҡуйылған.

«55.55» билдәһе «Тере журнал»да 102 беренсе дөйөм республика берләшмәһе модераторҙарының идеяһы буйынса ҡуйылған.

— Был планетала ҡоро ерҙә булған берҙән-бер «55/55» нөктәһе — тип һөйләне Рәис Ғәбитов. — Башҡа бер исемле нөктәләр донъя океанында урынлашҡан.

— Был нөктәнең республикала яңы иҫтәлекле урынға әйләнеүе бар, — тине йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илгиз Кәлимуллин – Ошо координаталар ярҙамында сит ил кешеһенә Башҡортостандың ҡайҙа урынлашҡанын аңлатырға мөмкин – йыш ҡына сит илдә Башҡортостандың Рәсәйҙә ҡайҙа урынлашыуын аңлатыуы ҡыйын.

— Шуныһы мөһим, хәҙер «55/55» нөктәһен белгән һәр йәш кеше планетала Башҡортостандың ҡайҙа урынлашҡанын хәтерендә ҡалдырасаҡ һәм, бәлки, дингеҙ сәйәхәтсеһе, географ, ғалим булырға теләйәсәк, нисек кенә булмаһын, үҙ Ватанын яратҡан һәм белгән кеше буласаҡ, — тине «102» республика берләшмәһе модераторы, «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев.