9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2014 йыл, 8:25

Рөстәм Хәмитов 82,4 процент тауыш йыйған – БР Үҙәк һайлау комиссияһы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Комиссияларҙың 97 процент протоколдарын эшкәрткәндән һуң президентлыҡҡа ярышта Рөстәм Хәмитов беренселек итә, тип хәбәр итте БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика етәксеһе һайлаусыларҙың 82,4 процент тауышын йыйған. Юнир Ҡотлоғужин 9,89 процент тауыш алған. Һайлаусыларҙың Иван Сухаревҡа яҡынса ышаныс һөҙөмтәһе – 4,4 процент. Илдар Бикбаев республика һайлаусыларының 2,54 процент тауышын йыйған. Һайлаусыларҙы исемлеккә индереү мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙарға халыҡтың 76,69 проценты барған.

Берҙәм тауыш биреү көндө 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. Уларҙың иң мөһиме – ваҡытынан алда республика Президентын һайлау.

— Тауыш биреү республикала яҡшы, ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ уҙҙы. Дөйөм алғанда, ул Башҡортостан өсөн ғәҙәти күренеш, — тип билдәләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервьюла төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығының һүҙҙәре буйынса, республикабыҙ өсөн һайлауҙарға йөрөү кимәле юғары булды, әммә рекордлы түгел. Рөстәм Хәмитов һайлауҙарҙың һуңғы һөҙөмтәһен көтөргә саҡырҙы. Еңеү осрағында республика башлығы әүәлге курсты дауам итәсәген белдерҙе.

— Йүнәлеш берәү генә – кешеләр өсөн эшләү.

темалар: һайлауҙар