Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Киске сәғәт 8-гә һайлауҙарға барыусыларҙың яҡынса һаны 77,27 процент тәшкил итә – БР Үҙәк һайлау комиссияһы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһының Орджоникидзе һәм Киров райондары ҡала округтары мәғлүмәттәренән тыш, республика башлығын һайларға дөйөм һайлаусыларҙың 77,27 проценты барған. Комиссия секретары Марина Долматованың фекере буйынса, был райондарҙың мәғлүмәттәрен иҫәпкә алғанда һайлауҙарға барыусыларҙың һаны бер аҙға кәмергә тейеш.

Әлеге ваҡытта тауыш биреү тамамланған. Участка комиссиялары тауыштарҙы иҫәпләй башланы. Марина Долматова журналистарға бюллетендәрҙе иҫәпләү һәм улар менән эш итеү процедураһын аңлатты.

Яҡынса тауыш биреү һөҙөмтәһе 15 сентябрҙә 11 сәғәттә БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев уҙғарған брифингта иғлан ителәсәк.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть