3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2014 йыл, 20:06

Башҡортостанда республика Президентын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда һайлау участкалары ябылды. Башҡортостан Президентын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. БР Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ярашлы, киске сәғәт 6-ға республикала тауыш бирергә барыусыларҙың һаны 65,43 проценттан артты. Тәтешле, Илеш, Балтас, Краснокама райондары халҡы юғары әүҙемлек күрһәтте. Бында тауыш бирергә килеүселәрҙең иҫәбе 86 проценттан уҙҙы.

Берҙәм тауыш биреү көндө 14 сентябрҙә республикала 3453 һайлау участкаһы эшләне. Шул иҫәптән 3419 стационар участка һәм һайлаусыларҙың ваҡытлыса торған урындарында 34 участка ойошторолғайны.

Йәшәү урыны буйынса теркәүҙәре булмаған республика халҡы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы менән йыһазладырылған, Өфөлә, Киров районының 119-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Берҙәм тауыш биреү көндө 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. Уларҙың иң мөһиме – ваҡытынан алда республика Президентын һайлау.

Республика халҡы 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат һайланы. Межгорьела ҡала Советына депутаттар һайланылар. Советтар депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар өс ҡала округында (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский); өс ҡала биләмәһендә (Благовещен, Мәләүез, Учалы), 12 муниципаль районда ойошторолғайны. Абҙаҡ ауыл советында ваҡытынан алда депутаттар һайлау уҙҙы.

темалар: һайлауҙар-2014