6 декабрь, Шишәмбе

14 сентябрь 2014 йыл, 19:20

Республикала һайлаусыларҙың 65,43 проценты тауыш биргән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға 1 миллион 975 мең 749 һайлаусы тауыш биргән, йәғни дөйөм һайлаусылар иҫәбенең 65,43 проценты, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылған һайлау участкаларында һайлаусыларҙың 69,3 проценты тауыш биргән.

Тәтешле, Илеш, Балтас, Краснокама райондары халҡы юғары әүҙемлек күрһәтә. Бында тауыш бирергә килеүселәрҙең иҫәбе 86-нан алып 91 процентҡа тиклем етә.

Көслө дауылдан зыян күргән ауыл биләмәләрендә тауыш биреү шулай уҡ әүҙем бара. Ҡарый ауылында 341 һайлаусының 309-ы үҙ тауышын белдергән. Янаҡтай ауылында 111 кешенең 97-һе тауыш биргән. Краснокама районы буйынса һайлауға барыусыларҙың иҫәбе 70,81 процент тәшкил иткән.

Республикала һайлауҙарҙы үткәреү барышында бер ниндәй ҙә боҙоуҙар теркәлмәгән. Тауыш биреү киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәсәк.

темалар: һайлауҙар-2014