8 декабрь, Кесе йома

14 сентябрь 2014 йыл, 15:10

Константин Толкачев: «Һайлаусыларға ирекле, аңлы һайлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Милли йәштәр театрында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлауға күтәренке кәйефтә килеүен билдәләне.

— Был көндө беҙ үҙебеҙҙең Конституция хоҡуғыбыҙҙы тормошҡа ашырабыҙ, алдағы йылдарға республиканың үҫеш курсын билдәләйбеҙ. Әйтеп үтергә кәрәк, һайлау кампанияһы асыҡ һәм намыҫлы көрәштә, конструктив шарттарҙа, бысраҡ технологияларҙы ҡулланмайынса уҙҙы. Ирекле, аңлы һайлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, — тине парламент спикеры.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм тауыш биреү көндө Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙа. Ваҡытынан алда республика Президентын һайлауҙан тыш, шулай уҡ тауыш биреү 43-сө Краснохолм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа алып барыла.

темалар: һайлауҙар-2014