Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Юнир Ҡотлоғужин Башҡорт дәүләт университеты участкаһында һайланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Юнир Ҡотлоғужин ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын һайлауҙа Башҡорт дәүләт университеты һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Тормош иптәше Флүзә менән ул Зәки Вәлиди урамындағы участкаға теүәл иртәнге сәғәт 9-ҙә килде.

— Минең өсөн был айырыуса һайлауҙар, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты кандидат. – Һауа торошо яҡшы, кәйефтәр күтәренке. Яҡындағы биш йылда республиканың киләсәген билдәләү өсөн уңайлы осор.

Юнир Ҡотлоғужин 1976 йылдан алып һайлау хоҡуғына эйә. Советтар заманында, участкалар иртәнге сәғәт 6-ла асылып төнгө 12-лә бикләнгәндә халыҡтың әүҙемлеге юғарыраҡ ине, тип билдәләне ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть