Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президентын һайлауҙы 230-ҙан ашыу журналист яҡтырта – БР Үҙәк һайлау комиссияһы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Республикала тауыш биреү барышын 180-ләп киң мәғлүмәт сараһынан, шул иҫәптән 25 телерадиокомпанияһынан 230-ҙан ашыу журналист яҡтырта, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Республикала «Һайлауҙар-2014» мәғлүмәт үҙәге ойошторолған. Көн дауамында тауыш биреү барышы, республика территорияһында һайлау участкаларының эше тураһында дүрт брифинг уҙасаҡ.

Һайлауҙар үткәреү ваҡытында һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү һәм уларҙың хоҡуҡтарын бойомға ашырыу маҡсатында «Ҡыҙыу линия» үҙ эшен дауам итә. Ул 2014 йылдың 8 сентябренән алып 14-нә тиклем күп каналлы 8 800 347 54 54 телефоны буйынса ойошторолған. Бөгөн, берҙәм тауыш биреү көндө, 14 сентябрҙә, ҡыҙыу линия киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының тауыш биреү хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть