11 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2014 йыл, 15:47

«Мин һәм Мостай Кәрим» конкурсы балаларҙың ижади эштәрен ҡабул итә башланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған «Мин һәм Мостай Кәрим» конкурсы башланды. Конкурстың маҡсаты – яҙыусының ижадын өйрәнеү, пропагандалау, үҫеп килгән быуындың һәләттәрен үҫтереү.

Конкурс төрлө йәш категорияларында әҙәбиәт, һынлы сәнғәт һәм компьютер графикаһы буйынса номинацияларҙа уҙғарыла. Унда 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Ул яҙыусы тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, уның әҫәрҙәренең тәржемәләре, ижадына һүрәттәр, «Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады» темаһына кроссвордтар, видеопрезентациялар булыуы мөмкин.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе башҡорт, рус, татар һәм башҡа телдәрҙә ижад итергә була. Конкурстың һөҙөмтәһе 17 октябрҙә, Өфөлә, Мостай Кәримдең һәйкәле эргәһендә төбәк-ара әҙәби фестивалдә иғлан ителәсәк. Еңеүселәрҙе бүләктәр һәм дипломдар көтә.

Ойоштороусылары – Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Башҡортостан» һәм «Йәншишмә» гәзиттәре редакциялары.

Конкурста ҡатнашыуға заявканы һәм үҙ эшеңде 10 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса йәки конкурсты ойоштороусы гәзиттәрҙең редакцияларына тапшырырға кәрәк.