5 декабрь, Дүшәмбе

14 сентябрь 2014 йыл, 13:17

Республикала һайлаусыларҙың 23,82 проценты тауыш биргән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда сәғәт көндөҙгә 12-гә 717 485 һайлаусы тауыш биргән, йәғни дөйөм һайлаусылар иҫәбенең 23,82 проценты, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылған һайлау участкаларында тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 27,82 процент тәшкил иткән. Башҡортостан Президентын һайлауҙа тауыш биреү дауам итә.

Һайлауҙарҙы ойоштороусылар күҙаллауҙарынса, исемле участкалар асылған райондар халҡы юғары әүҙемлек күрһәтә. Әбйәлил районының Асҡар ауылында – Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге 767-се һайлау участкаһында 315 кеше тауыш биргән, йәғни 20,02 проценты. Бәләбәй районының Надеждин ауылында Сергей Аксаков исемендәге участкала – 227, йәғни 46,23 процент. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында – 289, йәғни һайлаусыларҙың 40,13 проценты.