3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2014 йыл, 9:44

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты Өфөлә 2015 йылдың 9–10 июлендә үтәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Дүшәнбелә (Тажикстан Республикаһы) Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында, Рәсәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы рәйесе функцияларын үтәүгә бөтә етдилек менән ҡарай, тип белдерҙе.

— Рәйеслек итеү осоронда төрлө кимәлдәге йөҙләгән сара үткәрергә планлаштырабыҙ, уларҙың иң мөһиме – 2015 йылдың 9–10 июлендә Өфө ҡалаһында үтәсәк, Рәсәйҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары саммиты буласаҡ.

Уның әйтеүе буйынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең рәйеслегенең өҫтөнлөктәре араһында – ойоштороу ролен һөҙөмтәле төбәк хәүефһеҙлеге механизмы булараҡ нығытыу, күп яҡлы эре иҡтисади проекттарҙы эшләтеп ебәреү, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе тәрәнәйтеү, көнүҙәк төбәк һәм глобаль мәсьәләләргә дөйөм алымдар әҙерләү.

— Әҙерлек өлөшөндә беҙҙә барыһы ла планға ярашлы бара. Саммитарҙы бөтөнләй тыныс ҡабул итәсәкбеҙ һәм яҡшы итеп үткәрәсәкбеҙ. Был сараның бик ҙур яуаплылыҡ йөрөтөүен, ҙур эш икәнлеген һәм уға күп көс һалырға тура киләсәген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов Дүшәнбелә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы идаралығы ултырышының аҙағында.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитынан һуң Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан президенттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе документтар пакетына, шул иҫәптән Дүшәнбе декларацияһына ҡул ҡуйҙы.