Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Ял көндәренән һуң Башҡортостанда һыуытасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа торошо йылы һәм яуым-төшөмһөҙ булырға вәғәҙәләй. 13-сө һәм 14 сентябрҙә һауа температураһы плюс 20-21 градус тәшкил итәсәк, яуым-төшөм көтөлмәй.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һыуыҡ төбәккә киләһе аҙнала киләсәк, ул циклондарҙың алмашыуы һәм һыуыҡ атмосмера фронтының үтеүе менән бәйле.

15 сентябрҙә термометр бағанаһы бер нисә билдәгә түбәнәйәсәк, унан һуңғы көндәрҙә ярайһы уҡ һыуытасаҡ.

17 сентябрҙә көндөҙ һауа температураһы 8 градус, төндә минус 4 градус тәшкил итәсәк, урыны менән тупраҡҡа ҡырау төшөүе ихтимал. 17-се һәм 18 сентябрҙә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть