8 декабрь, Кесе йома

12 сентябрь 2014 йыл, 16:28

Өфөлә Салауат Юлаевҡа арналған шиғри флешмоб уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 сентябрҙә Салауат Юлаевҡа арналған шиғри флешмоб уҙасаҡ, тип хәбәр итә «Йәшлек» гәзите. Сара башҡорт халҡының милли батыры вафат булған көндө Салауат Юлаев майҙанында ойошторола.

Акция Салауат Юлаевтың 260 йыллығына һәм Мәҙәниәт йылына арналған. Байрам Салауат Юлаевтың шиғри ижадын пропагандалау, сәнғәттә һәм әҙәбиәттә милли геройыбыҙҙың образын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был көндө Салауат Юлаевтың шиғырҙары башҡорт телендә генә түгел, башҡа телдәрҙә лә яңғыраясаҡ, тип аңлаттылар ойоштороусылар. Флешмобҡа барлыҡ теләүселәрҙе ҡатнашырға саҡыралар.

Быға оҡшаш акция был көндө батырыбыҙҙың тыуған ауылында – Салауат районының Тәкәй ауылында, Учалы районының Шәрип ауылында һәм Эстонияның Палдиски ҡалаһында көндөҙгә сәғәт 12-лә башлана.

Өфөлә акция көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.