5 декабрь, Дүшәмбе

12 сентябрь 2014 йыл, 15:36

Башҡорт балы йәрминкәһе Силәбелә асылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Пушкин исемендәге Силәбе ҡала баҡсаһында башҡорт балы йәрминкәһе асылды. 14 сентябргә тиклем бөтә ҡала халҡы Башҡортостандың иң яҡшы баллы райондарынан килтерелгән хуш еҫле, сифатлы аҙыҡтан ауыҙ итә аласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров. Йәрминкә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин булышлығында уҙғарыла.

Йәрминкәлә республиканың экологик таҙа райондарында бал ҡорттары йыйған ғәҙәттәге йүкә балынан алып экзотик, ҡырағай бал ҡорттары йыйған балға тиклем төрлө сорттар тәҡдим ителгән.

— Бал тоҙҙарҙы, шлактарҙы бик яҡшы сығара, ҡан тамырҙарын таҙарта. Ҡанды шыйыҡландыра, веналарҙың варикоз киңәйеүендә һәм ирҙәрҙең һаулығы өсөн бик файҙалы, — тип билдәләне Башҡортостан умартасыһы Рәүил Аҙнабаев.

Йәрминкә төрлөлөгө бал менән генә тамамланмай, бында бик күп файҙалы умартасылыҡ продукттарын – ҡорт елеме, һитә, һеркә, инә ҡорт һөтө, шулай уҡ тәмле-татлы ризыҡтар һәм Башҡортостан сувенирҙарын табырға мөмкин.

темалар: башҡорт балы