Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә биш кеше Аксаков исемендәге премия лауреаты булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Аксаков исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «2014 йыл өсөн С.Т.Аксаков исемендәге Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы Премияһы тураһында»ғы ҡарарҙы кисәге кис ҡала Советы Президиумы ҡабул итте. Был документҡа ярашлы, 10-шар мең һум күләмендәге премия менән конкурстың биш ҡатнашыусыһы бүләкләнәсәк.

Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн» номинацияһында ике премияны Башҡорт дәүләт университеты студенттары аласаҡ.

«Практик өлкәләге иң яҡшы эш өсөн» номинацияһында өс премия бирелде. Уларҙы «Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй Аксаков ҡулсаһында Байрамтау комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ проекты» эше өсөн Башҡорт дәүләт университеты студенттары төркөмөнә тапшырырға ҡарар ителде. Тағы ла ике премияны Өфө дәүләт сәнғәт академияһы һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары Константин Аксаковтың «Болот» фантастик повесы буйынса «НЕБОльно. Вольно» һығылмалы эссе һәм «Аксаков Диме: йыл миҙгелдәре» график һәм һынлы сәнғәт эштәре серияһы өсөн аласаҡ.

Ҡала Советы Президиумы шулай уҡ тағы ла ике конкурста ҡатнашыусыны рәхмәт хаттары менән дәртләндерергә һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың ғилми етәкселәренең (тәрбиәләнеүселәре бер нисә ҡат был премияға лайыҡ булған) береһен махсус премия менән бүләкләргә булды.

Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 19 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында XXIV Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә уҙасаҡ. Наградаларҙы Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть