8 декабрь, Кесе йома

12 сентябрь 2014 йыл, 12:46

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостандан ете көрәшсе ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан спортсылары был көндәрҙә, Чолпон-Ата ҡалаһында (Ҡырғыҙстан Республикаһы) Ысыҡкүл ярында уҙғарылған, I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй йыйылмаһы составында милли көрәштә («алыш») миҙал өсөн Башҡортостандан ете спортсы: Илфак Ибәтуллин, Станислав Гулимов, Фәрид Мөрсәлов, Айҙар Кудаяров, Илдар Моратов, Наил Мөхәмәтйәнов, Илнур Ғәлишин көс һынаша. Беренсе ярыштар буйынса республика көрәшселәренең ике призлы урыны бар: Фәрид Мөрсәлов һәм Илфак Ибәтуллин өсөнсө булдылар.

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыусылар иҫәбендә элекке союз республикалары – Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, шулай уҡ Төркиә, Монголия, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Афғанстан вәкилдәре. Рәсәйҙең намыҫын Ҡабарҙы-Балкар, Башҡортостан, Татарстан, Ҡалмыҡ, Алтай, Хакасия, Тыва һәм Ҡарасәй-Черкес республикалары спортсылары яҡлай.

Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, был ярыштар күсмә халыҡтарҙың милли уйындарын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм ғәҙәттәге Олимпия, Азия, Паралимпия уйындарына оҡшаш рәүештә ойошторолған.

Тулыраҡ мәғлүмәт Уйындарҙың рәсми сайтында.