5 декабрь, Дүшәмбе

12 сентябрь 2014 йыл, 11:43

Мәскәүҙә башнетҡа арналған беренсе конференция уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йома, 12 сентябрҙә, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә башнетҡа арналған «BashCon Мәскәү» тәүге конференция уҙасаҡ.

Башнеттың киләсәге бармы, нисек БР-ҙың иң эре паблигын булдырырға, башҡортса стартаптар бармы – был һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға осрашыуҙа билдәле башҡорт интернет-проекттарын булдырыусылар, профессиональ веб-уйлап сығарыусылар һәм дизайнерҙар яуап ҡайтарасаҡ.

Билдәле «Ғәҙәттәге ижади» («Типичный творческий») һәм «Өфө һәм БР яңылыҡтары» пабликтарын булдырыусы Руслан Алмаев нисек уңышлы проект әҙерләү, уның менән аҡса эшләү һәм донъя буйлап сәйәхәт итеү тураһында һөйләйәсәк. Alwawee стартапын эшләүсе, iOS һәм Android платформалары өсөн профессиональ ҡушымталар уйлап табыусы Денис Ҡотлобаев стартаптар әҙерләү буйынса үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

«Bashkort.ORG» порталын уйлап сығарыусы, Android һәм Mac OS X өсөн башҡортса клавиатура авторы, «Бәйләнештә» интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеү инициаторы Илдар Кинйәбулатов башнетты үҫтереү өсөн хәҙер нимә эшләү кәрәклеге һәм киләсәктә ниндәй проекттар кәрәк буласағы тураһында һөйләйәсәк. «Музыка, һүнмә» иң эре башҡортса музыкаль пабликты уйлап табыусы Усман Йоносов аудиторияның иғтибарын яулау серҙәре менән уртаҡлашасаҡ. Филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының компьютер филологияһы лабораторияһы хеҙмәткәре Борис Орехов Рәсәйҙә интернеттың милли сегменттары тураһында һөйләйәсәк.

— Ҡыҙыҡлы әңгәмә шулай уҡ «Bashklip» башҡорт видео-порталы хужаһы Илдар Рәимов менән көтөлә. Башҡорт модельеры һәм этник йолалар нигеҙендә модалы кейемдәр уйлап сығарыусы Милә Тувалеваның сығышы сараның бонусы буласаҡ, — тип билдәләнеләр конференцияны ойоштороусылар.

Конференция Мәскәү ҡалаһы, Доброслобода урамы, 6, 2-се йорт адресы буйынса 18 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.

Тулыраҡ – «Бәйләнештә» социаль селтәре төркөмөндә.