10 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2014 йыл, 10:31

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы янғын һүндереү часы асылды

фото: «Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең БР буйынса 22-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә яңы янғын һүндереү часы асылды. Инорс биҫтәһендә 26-сы янғын һүндереү часы Өфө гарнизонының 15-се бүлексәһе булып китте. Асыу тантанаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге, республика идаралығы, «Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең БР буйынса 22-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәкселеге ҡатнашты.

26-сы янғын һүндереү часы Фронт бригадалары урамында, элекке гараждар кооперативы урынында урынлашҡан. Часть дүрт саҡырыуға иҫәпләнгән.

«Төҙөлөш 2013 йылдың йәйендә башлана. Майҙансыҡты янғын һүндереүселәр территорияны таҙартып, үҙ көстәре менән әҙерләне. 250 гараж күсерелә, 477 кубометр төҙөлөш һәм көнкүреш сүп-сары сығарып түгелә, 1200 квадрат метр майҙанда ҡыуаҡтар киҫелә», — тип хәбәр итте «22-се отрядтың» матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Артемова.

Шәхси составҡа күнекмә үткәреү өсөн часть территорияһында уҡыу башняһы һәм йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡтар һыҙаты, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары бар. Депо федераль адреслы инвестиция программаһы бүлгән 90 миллион һумға төҙөлгән һәм йыһазландырылған.