11 декабрь, Йәкшәмбе

12 сентябрь 2014 йыл, 9:20

Был ял көндәрендә республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре Өфө халҡын сираттағы йәрминкәләрҙә көтә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13-сө һәм 14 сентябрҙә Өфөлә сираттағы йәшелсә һәм бал йәрминкәләре уҙасаҡ. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡабат ҡала халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Шәмбе сауҙа майҙансыҡтары Дим (Правда урамы буйлап автомобиль юлы эргәһендә), Киров (Эшсе хәбәрселәр урамы, 5-7) һәм Совет (Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда) райондарында уҙасаҡ.

Ике көн буйына йәрминкәләр Калинин («Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан), Ленин («Пушкин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендәге майҙан), Октябрь («Гагарин» сауҙа-сервис комплексы эргәһендә, Спорт һарайы алдында һәм Зинин ауылы эргәһендә «Ҡарауан» сауҙа комплексы янында) һәм Орджоникидзе (Орджоникидзе исемендәге майҙан, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге һәм «Урал» сауҙа-сервис комплексы алдындағы майҙандарҙа) райондарында эшләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттәге ял көндәрендәге ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 2 ноябргә тиклем уҙасаҡ. Уларҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, республиканың фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтарының ит һәм һөт ризыҡтары, йәшелсә, картуф, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары тәҡдим ителәсәк.