9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2014 йыл, 9:44

Сит телдәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханын сығарылыш уҡыусылары ике көн тапшырасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылдан алып сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында үҙгәрештәр көтөлә: БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың был фән буйынса яҙма эштән тыш, телдән яуап биреү өлөшөн тапшырыу мөмкинлеге буласаҡ. Ул ирекле нигеҙҙә тапшырыласаҡ, әммә сығарылыш синыф уҡыусыһы ике өлөшөн тапшырған хәлдә генә 100 балл алыу мөмкинлеге буласаҡ. Яҙма өлөш өсөн максималь балдар – 80, телдән һөйләү өсөн – 20, тип хәбәр итә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт.

Әгәр уҡыусы телдән яуап биреү өлөшөн һайлаһа, сит телдәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы уның өсөн ике көн дауам итәсәк.

Имтиханды тапшырыу процедураһы тулыһынса автоматлаштырылған һәм махсус программа тәьминәтен ҡулланып компьютер артында үтә. Имтиханда ҡатнашыусы өсөн һайланған телдә эштең тасуирламаһы менән текст һәм һүрәттәр форматында бер-бер артлы заданиелар күрһәтелә. Имтихан тотоусы монолог рәүешендә һөйләп бер-бер артлы заданиеларға яуаптар бирә, ә телдән яуап биреү электрон ҡоролмаға яҙыла.

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусы имтихан алдынан яҙыуҙың сифатын тикшерә һәм имтихандан һуң үҙ яуабын тыңлай ала.