3 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2014 йыл, 8:32

Башҡортостанда 26 меңләп теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда республика башлығы һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары һайлауҙарында 25740 теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Документтар участка һайлау комиссияларында 13 сентябргә ҡәҙәр биреләсәк.

Теркәүҙән төшөрөү таныҡлығын тауыш биреү көнөндә һайлау участкаһына килә алмаған граждандар алырға хоҡуҡлы.

Территориаль һайлау комиссияларында алдағы 14 сентябрҙәге һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы 2014 йылдың 30 июленән алып бирелә башланды. Уларҙы ваҡытынан алда төбәк башлығы һайлауҙарына, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә депутаттар һайлауҙарына ла алырға мөмкин.

Участка һайлау комиссиялары эш көндәрендә 14 сәғәттән алып 20 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 9 сәғәттән алып 13 сәғәткә тиклем эшләй.

темалар: һайлауҙар-2014