Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә 47 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостанда 47 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, эшкәртеүгә 16,3 мең тонна ебәрелгән, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Татлы тамыраҙыҡтарҙы йыйыу эштәре ун районда бара. Бөгөнгә шәкәр сөгөлдөрө 1,7 мең гектарҙа йыйылған, ул пландың 3,4 процентын тәшкил итә. Иң ҙур уңыш Шишмә (гектарынан 408 центнер), Благовар (400) һәм Баҡалы (317) райондарында билдәләнә. Республика буйынса уртаса күрһәткес гектарынан 277 центнер.

Шәкәр сөгөлдөрө Башҡортостанда иң ҙур майҙанды Әлшәй районында биләй – 7,6 мең гектар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть