3 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2014 йыл, 17:12

«Википедия»ның башҡорт бүлегендә ошо көндәрҙә мәҡәләләрҙең һаны 33 меңдән артасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Википедия»ның башҡорт бүлегендә «Башҡортостан» исеме аҫтында беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә исемһеҙ автор тарафынан яҙыла. Шул ваҡыттан алып башҡортса «Википедия»ла 10 меңдән ашыу ирекмән теркәлә һәм уның үҫешенә ярайһы уҡ өлөш индерә. 446 мең тапҡыр яңы мәғлүмәт өҫтәлә, йә булмаһа иҫкергән мәғлүмәт яңыртыла. Һуңғы 30 көндә 51 әүҙем мөхәррир эшмәкәрлек алып бара.

2011-2012 йылдарҙа башҡортса «Википедия» махсус программа менән башланғыс мәҡәләләр яҙыу ысулын әүҙем ҡуллана. Уҙған йыл башында мәҡәләләр һаны 30 меңдән уҙып киткәндән һуң был ысулды ҡулланыу ваҡытлыса туҡтатыла. Йыл ярым үтеүгә ғәҙәти ысул менән өс мең самаһы мәҡәлә яҙыла һәм яҡын арала уларҙың һаны 33 меңгә етәсәк. Әлеге ваҡытта мәҡәләләр һаны буйынса башҡортса «Википедия» 287 тел бүлектәре араһында дөйөм рейтингта 80-се урынды биләй.

«Википедия»ла төрлө маҡсатлы проекттар ғәмәлгә индерелә. Шуларҙың береһе – «Википедияның 1000 әһәмиәтле мәҡәләһе», улар бөтә тел бүлектәрендә лә булырға тейеш. Проекттың маҡсаты – белемдең мөһим аспекттарын солғап алыу, билдәле бер күләмгә һәм сифатҡа тиклем исемлектәге мәҡәләләрҙе еренә еткереп эшләү. Был проектты хуплап, башҡортса «Википедия» уңыштарға өлгәште: ике йыл эсендә проект эсендә бүлектең рейтингы 135-се урындан 84-сегә тиклем үҫте. Был Рәсәй халыҡтары тел бүлектәре араһында икенсе урынға тура килә.

Донъя кимәлендә мәҡәләләрҙең сифатын һәм башҡортса «Википедия»ның абруйын күтәреү маҡсатында ошо көндәрҙә республика ирекмәндәре «Мириада» исемле тағы ла бер маҡсатлы проектты эшләтеп ебәрҙе. Яңы проекттың төп маҡсаты – «Википедия»ның 10000 иң мөһим мәҡәләһен яҡшыртыу. Был проекттың рейтингы буйынса башҡорт бүлеге 109-сы урынды биләй һәм бер аҙға Татар (90-сы урын), Сыуаш (100-се), Саха Республикаһы (102-се) «Википедия»ларынан ҡалыша.