8 декабрь, Кесе йома

11 сентябрь 2014 йыл, 16:25

Альберт Мифтахов вафат булды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 11 сентябрҙә 55-се йәшендә оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Альберт Ленар улы Мифтахов яҡты донъянан китте.

Ул 1959 йылдың 15 сентябрендә Өфөлә тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1981 йылда Өфөнөң Октябрь районының 13-сө киске урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай, Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, беренсе секретары булып эшләй. 1991-1994 йылдарҙа – Башҡортостандың Демократик йәштәр союзы республика комитеты беренсе секретары.

1991-1993 йылдарҙа Халыҡ-ара йәштәр палатаһы Рәсәй бүлексәһе вице-президенты була. 1994-2011 йылдарҙа коммерция структураларында етәксе вазифаларында эшләй. Альберт Мифтахов ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, философия фәндәре кандидаты диссертацияһын яҡлай, политология өлкәһендә күп кенә мәҡәләләр яҙа.

2012-2013 йылдарҙа – «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Төбәк сәйәси советы Президиумы составына инә һәм Төбәк сәйәси советы Секретары урынбаҫары вазифаһына һайлана. Ошо уҡ йылдың апреленән алып партияның Башҡортостан бүлексәһе төбәк башҡарма комитетын етәкләй. 2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимите етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.

Альберт Мифтахов республикала йәштәр хәрәкәтен ойоштороуға, бик күп социаль әһәмиәттәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тос өлөш индерә. Партия һәм дәүләт эшендә булып ул граждандар йәмғиәте институты, сәйәси ойошмалар менән оҫта эш алып бара, республикала милләт-ара диалогты һәм йәмәғәт тотороҡлоғон нығытыуға йоғонто яһай.

Альберт Ленар улына яуаплылыҡ һәм эшкә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәт, маҡсатҡа ынтылыш, инициатива күрһәтеү һәләте һәм ижади ҡараш кеүек сифаттар хас булды. Ул хеҙмәттәштәре, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, республика йәмғиәтселеге вәкилдәре араһында лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды.

Юғары кимәлдәге профессионал, һәләтле етәксе һәм йәмәғәт эшмәкәре, инсафлы һәм иҫ китмәле кеше – Мифтахов Альберт Ленар улы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тиелә республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған некрологта.

Хушлашыу 12 сентябрҙә 11 сәғәттән алып 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда уҙасаҡ. Матәм митингы 12 сәғәттә башлана.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең бөтә туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

темалар: хәтер