5 декабрь, Дүшәмбе

11 сентябрь 2014 йыл, 15:24

Азат Абдуллин «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» исеменә лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Билдәле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин – юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йылдар буйына намыҫлы хеҙмәте өсөн – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тейешле указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

1970-се йылдарҙа Азат Абдуллин бөтә Союзда «Ун өсөнсө председатель» драмаһы менән билдәлелек яулай. Советтар заманында, тәүге тапҡыр колхоз ауылы тормошондағы тәрән ҡапма-ҡаршылыҡтар сағылған, пьеса Вахтангов исемендәге театрҙа ҡуйыла. Төп ролде Василий Лановой башҡара. Артабан постановка илдең йөҙҙән ашыу театрында, шулай уҡ Болгарияла, Чехославакияла, Румынияла, АҠШ-ла ҙур уңыш менән бара. 1985 йылда автор «Һуңғы уҙаман» исеме аҫтында был драманың дауамын яҙа. 2004 йылда Азат Абдуллиндың, Рудольф Нуриевтың тормошона арналған, «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса Роман Виктюктың театрында спектакль ҡуйыла.

Пьесаларҙан башҡа Азат Абдуллин публицистик очерктар һәм повестар яҙа.