Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары 100-шәр мең һум аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһы тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәр ижад иткән һәм премияға лайыҡ булған журналисҡа 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк биреләсәк. Шундай уҡ сумманы иң яҡшы әҫәр ижад итеүсе коллектив та аласаҡ. Журналистика өлкәһендә авторҙашлыҡта иң яҡшы әҫәр барлыҡҡа килтергән һәм премияға лайыҡ булған коллективтың һәр авторына премия лауреаты исеме бирелә.

Элек, премия тураһындағы положениеға ярашлы, аҡсалата бүләктең суммаһы 50 мең һум тәшкил итә ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть